Башҡортостанда ел тиҙлеге урыны менән секундына 23 метрға етеүе ихтимал

Кинәт һауа торошо боҙолоуы тураһында ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы иҫкәртә. Фаразланыуынса республикала йәшенле ҡойма ямғырҙар яуыуы көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостанда ел тиҙлеге урыны менән секундына 23 метрға етеүе ихтимал

Ҡотҡарыусылар күк күкрәгәндә мобиль элемтә менән ҡулланмаҫҡа, электр, газ ҡорамалдарын ваҡытлыса һүндереп торорға, электр линияһы өҙөлөү осраҡтары булһа 01 йәки кеҫә телефонынан 101 һандарын йыйырға кәңәш итә.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ