Атым бар, йүгәнем юҡ заманса сағылышта

Өфөлә йәшәүсе Фәнүз Төхвәтуллин автомобиле булып та унда йөрөй алмай. Ул ғына ла түгел, хатта транспорт сараһын теркәү мөмкинлеге лә юҡ. Өҫтәүенә ул 4 йөҙ мең һумлыҡ машинаны алты йөҙ меңгә һатып алған. Ә кредиты менән бөтөнләй миллионға барып баҫҡан. Автомутлашыусылар тоҙағына нисек эләкмәҫкә? Яуап беҙҙең сайтта.

Фото №1 - Атым бар, йүгәнем юҡ заманса сағылышта

Өр яңы, сит ил маркалы, әммә йөрөргә генә ярамай. Йөрөр ине лә, юл инспекцияһында теркәп булмай. Сөнки двигателдең номерҙары техник паспорттағыһы менән тап килмәй. Ете айҙан ашыу автомобиль парковкала тора. Хәйер, Фәнүз Төхвәтуллин был машинала йөрөргә йыйынмай ҙа. Сөнки автомобиль ул түләгән аҡсаларға тормай. Сифаты буйынса түгел, хаҡы менән. Автоһәүәҫкәр 350 мең һумға транспорт һатып алам тип, бер миллион һумға бурыслы ҡалған.

Машинаһы ғына 600 мең тора икән, кредит менән миллионға барып баҫты. Был машина миллион һум тормай бит. Салонға саҡырғанда машинаны скидка менән, 350 меңгә генә һатабыҙ тиҙәр. Шуға ла барҙыҡ. Күҙҙәр бигүк күрмәй, аҙаҡ күҙлек кейеп килешеүҙе уҡыһам, машинаны миллион һумға алғанмын.

Фәнүз Төхвәтуллин

Фәнүз Төхвәтуллин хәҙер нишләргә лә белмәй. Сөнки документтарҙа уның ҡултамғаһы тора. Тимәк автомобилде ул үҙ теләге менән ошо хаҡҡа һатып алған. Намыҫһыҙ автосалондар эше тап ошо йүнәлешкә ҡоролған да инде. Улар кешенең башын бутап, ышанысын яулап төп башына ултырта. Ә хоҡуҡи яҡтан уларҙың эшмәкәрлегенә бәйләнерлек түгел. Беҙҙең ижади төркөм дә күп тапҡырҙар юристар менән бергә бындай автосалондар ишеген шаҡыны. Ләкин һөҙөмтәһеҙ.

Батыусыларҙы ҡотҡарыу, ҡазаға тарыусыларҙың үҙ ҡулында ғына. Йәғни, сәйер эшмәкәрлек алып барған автосалондарҙы ситләтеп үтеүең хәйерлерәк, ти рәсми дилерҙар.

Мутлашыусылар 150-200 меңгә осһоҙораҡ хаҡ әйтәләр, төрлө бүләктәр вәғәҙә итәләр. Кеше быға ышанып килә, әммә салонға барғас менеджерҙар машинаның үҙен күрһәтмәйҙәр. Йәнәһе лә уны һатып алғандар, йә булмаһа башҡа стоянкала тора тиҙәр. Һатып алыу килешеүе төҙөлөп алдан түләү башҡарылғас ғына автомобилде күрһәтәләр. Был дөрөҫ түгел. Машина алғанда уны тәү сиратта күрергә, барлыҡ номерҙарҙы тикшереп сығырға кәрәк. Рәсми дилерҙарҙа барыһы ла асыҡ, һәр машинаның ПТС-ы бар.

Фәнүр, рәсми дилер хеҙмәткәре

Йәғни, бушлай сыр ҡапҡан телендә генә. Намыҫлы эшләүсе барлыҡ салондар ҙа хаҡты бер сама билдәләй. Ә инде иҫ киткес ташламалар тәҡдим итәләр икән , уйланырға урын бар.

Башбат

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ