Санаторий-профилакторий матур тәбиғәт ҡосағында,Ҡариҙел ярында һалына. Әлеге ваҡытта проект эштәре дәүләт экспертизаһын үткән. Район хакимиәтендә инвесторҙар һәм төҙөүселәр ярҙамында яңы объект йәмәғтселек иғтибарына тәҡдим ителде.
Хозур тәбиғәтле төбәктә кешеләр һаулығы өсөн мөһим объектты төҙөү теләге ошо районда тыуып-үҫкән Рим Миңлеәхмәтовтыҡы. Ул тыуған ауылын ошоға тиклем даими хәстәрләп торған. Инвесторҙың планы буйынса башта биш этажлы өс корпус төҙөләсәк. Уларҙың һәммәһендә 80 кешегә ял итеү һәм һаулығын нығытыу мөмкинлеге булдырыла. Төбәк халҡына яңы төҙөлгән объектта 120 эш урыны асыу ҡарала.
Шифахана-профилакторийға ял итергә килеүселәрҙе дауалау тәбиғи нафталан , күк балсыҡ һәм минераль һыу менән башҡарыласаҡ. Уларҙың шифаһы махсус лаборатор тикшереүҙәр аша раҫланған. Төбәктә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү-Ҡариҙел районында ял итергә теләүселәр һанын да арттырасаҡ.
Ете диңгеҙ аръяғына барып, сит -ят ерҙәрҙә ял итергә ынтылыу бер, әммә тыуған ерҙең шифаһы көслөрәк. Райондың өс Рәсәй субъекты менән сикләшеүе,Ҡариҙел йылғаһы аша төҙөләсәк күпер ҙә төбәккә ял итеүселәр ағымын арттырырға булышлыҡ итәсәк.
Ҡариҙел районында йылына 200 000 ашыу турист ял итә. Ә шифахана төҙөлөү менән 240 урын булдырыласаҡ. Пациенттарҙы нафталант һәм күк балсыҡ менән дауалау күҙаллана. Ә санаторий-профилакторийға һыу юлы менән дә, ҡоро ерҙән дә барып буласаҡ.




