Өфөлә Матурлыҡ көндәре сиктәрендә махсус күргәҙмәләр ойоштороласаҡ

31 майҙан алып 2 июнгә тиклем ике күргәҙмә ойошторола. Урында йәшәүселәрҙе «Косметология – Professional» һәм «Алтын тараҡ-2018» күргәҙмәләрен ҡарай ала.

Фото №1 - Өфөлә Матурлыҡ көндәре сиктәрендә махсус күргәҙмәләр ойоштороласаҡ

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмә ваҡытында косметология, тырнаҡ менән эш итеү сервисы, спорт-һауыҡтырыу хеҙмәте, спа-индустрия өлкәһендәге белгестәр бер майҙанға йыйыласаҡ. Был сарала ҡатнашыу республика баҙарына сығырға һәм үҙ компанияңдың йөҙөн дәлилләргә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ килешеүҙәр төҙөргә һәм партнерҙар табырға мөмкин буласаҡ.

Сарала 700-ҙән ашыу компания, ете мең кеше ҡатнашасаҡ. Күргәҙмәлә көтөп ҡалабыҙ!

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ