Иртәгә, 31 май, төбәктә көслө ел һәм йәшенле ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, кесе йома һауа торошоноң болотло булыуы көтөлә. Көндөҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Айырым райондарҙа йәшенле ямғыр яуып үтеүе мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан. Төнгө ваҡытта һауа температураһы биш градус һалҡын, көндөҙ егерме градусҡаса йылытасаҡ.
Өфөлә ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә- ун градус, көндөҙ ун өс градус йылы.




