Көньяҡ-урал ботаника баҡсаһы ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын сирень сәскә атҡан мәлдә, был күренеш менән һоҡланып ҡалырға саҡыра. 4 июндән алып 9 июнгә тиклем баҡсала «Сирень аҙналығы» үтә. Был мәлдә экскурсиялар ойоштороласаҡ.
Экскурсияла ҡатнашыусылар сирендең ҡырҡҡа яҡын төрөн күрә аласаҡ. Аҙна дауамында көн һайын сәғәт икенән сирингарияға экскурсиялар, биология фәндәре кандидаты Наталья Полякова менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә.
Билдәләп үтергә кәрәк, ботаника баҡсаһы биләмәһенә инеү түләүле.




