Республикала өс бала эҫе һыуға бешә, ике йәшлек сабыйҙың ғүмере өҙөлә

Ваҡиға республиканың Баймаҡ районында уҙған шишәмбе, 29 майҙа теркәлә. Өс бәләкәй бала тәндәрен эҫе һыуға бешерә. Ике йәшлек бала реанимацияла вафат була.

Фото №1 - Республикала өс бала эҫе һыуға бешә, ике йәшлек сабыйҙың ғүмере өҙөлә

Төбәк Тәфтиш комитетында белдереүҙәренсә, ике йәшлек ҡыҙсыҡ, уның 12 йәшлек апаһы һәм 8 йәшлек ағаһы өйҙә яңғыҙҙары булған. Әсә кеше йорт алдында йөрөгән. Был ваҡытта кесе бала өҫтәлгә барып, уның ҡумталарын сығара башлаған. Өҫтәл ауыу сәбәпле, унда ултырған термосәйнүк бәләкәй ҡыҙҙың өҫтөнә ауа. Һигеҙ һәм ун ике йәшлек туғандары ярҙамға ташлана, улар ҙа тән йәрәхәттәре ала. Ҡыҙғанысҡа, ике йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарып алып ҡала алмайҙар, ул реанимация бүлегендә вафат була.

Билдәләп үтергә кәрәк, ғаилә тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлана. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ