Йәйге осорҙа комплекс биләмәһендә йәйәүлеләр үткәүелен, яҡтылыҡ системаһын, ҡоймаларҙы төҙөкләндерергә һәм эскәйәләр, сүп-сар һауыттары урынлаштырырға, ағастар ултыртырға күҙаллана. Шулай уҡ йорт алдары биләмәләре лә төҙөкләндереләсәк.
Дөйөм алғанда, федераль һәм республика ҡаҙнаһынан «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса был маҡсатта 9,5 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән.
Уҙған йылда федераль программа сиктәрендә 2,5 миллион һумлыҡ яңы спорт майҙансығын булдыралар. Хәҙер физкультура дәрестәре ошо майҙансыҡта үтә.




