Башҡортостанда 30 майҙа төнгө сәғәт ун икенән һуң яғыулыҡҡа тағы ла хаҡ артты. "Башнефть" яғыулыҡ станцияларында хаҡтар ҡапыл күтәрелде.
Төнгө сәғәт ун икенән һуң яғыулыҡ станцияларында АИ-95 бензины етмеш тингә, башҡа яғыулыҡ төрҙәренә алтмыш тингә ҡыйбатланды.
Шулай итеп, яғыулыҡ станцияларында бензинға хаҡ түбәндәгесә:
АИ-95 - 43 һум 30 тин;
АИ-92 Atum - 40 һум 90 тин;
АИ-92 - 40 һум 30 тин
ДТ - 43 һум 50тин.




