Өфөлә кран кабинаһынан ҡолап төшкән ҡатынға ойошма йөҙ мең һум түләйәсәк

Өфө предприятиеһы хеҙмәткәренә эш урынында йәрәхәт алғаны өсөн йөҙ мең һум күләмендә аҡса түләйәсәк. Өфөнөң Орджоникидзе район суды 57 йәшлек машинистҡа мораль зыян килтергәне өсөн компенсация билдәләне.

Фото №1 - Өфөлә кран кабинаһынан ҡолап төшкән ҡатынға ойошма йөҙ мең һум түләйәсәк

2016 йылдың декабрь айында ойошма биләмәһендә крандан төшөп барған саҡта, ҡатын нығытылмаған баҫманан ҡолап төшә. Һөҙөмтәлә, хеҙмәткәрҙең баш мейеһе һелкенә, башҡа тән йәрәхәттәре ала.

Белгестәр билдәләүенсә, эштең тейешле кимәлдә ойошторолмауы бәхетһеҙ осраҡтың сәбәбе була. Суд барышында прокуратура зыян күреүсегә компенсация түләтеүҙе хуплап сыға.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ