Кропачев-Мәсәғүт-Әшит юлында юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә тонна ярым нефть түгелгән. Быға ауыр йөк тейәгән МАН водителе текә боролошта идара итеү һәләтен юғалтып түңкәрелеүе сәбәпсе. Һөҙөмтәлә машинаның 25 тонналыҡ цистернаһынан нефть түгелгән.
27 йәшлек водитель зыян күрмәгән. Ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре, экологтар эшләй.
Ошонан сығып, тирә-яҡҡа килтерелгән зыян күләме иҫәпләнә. Нефть аҡҡан 20 квадрат метр майҙаны кәртәләнгән.




