Ҡариҙелдә район үҙәген урап үтеүсе "Бөрө-Таҫтүбә-Һатҡы" автомобиль трассаһы һәм Өфө йылғаһы аша күпер тотош республиканың иҡтисади үҫеше өсөн дә мөһим булып тора.
Объекттың хаҡы 1 миллиард 723 миллион һум. Йылға аша 328 мертлы күперҙең 247 метры ҡоролған. Ул Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышын республиканың үҙәк райондары менән тоташтыра.М 5, М 7 федераль трассалары, Яңауыл тимер юл станцияһы, Бөрө, Дүртөйлө порттарына юл аса. Төҙөүселәр октябрь аҙаҡтарына ике ярҙы тоташтырырға ниәтләй.




