Һөткә хаҡтарҙы көйләү мотлаҡ

Әле аргарийҙар һөттөң бер литрын ни бары 16 һум менән тапшыра, былтыр был мәлдә хаҡ 24 һум тирәһе булған. Былай барһа, хужалыҡтарҙың мал башын кәметеүе ихтимал, сығымдар үҙен аҡламай.

Бөгөн республиканың ауыл хуалығы министрлығында үткән кәңәшмәлә һөттө етештереүселәр ҙә, эшкәртеүселәр ҙә ҡатнашты. Сөнки уртаҡ фекергә килеп кенә проблеманы хәл итергә мөмкин. Ер хужалары бөтөнләй табышһыҙ эшләй, был үҙ сиратында һөтсөлөк фермаларының юҡҡа сығыуына килтерәсәк. Ул ваҡытта эшкәртеүселәр сеймалыһыҙ ҡала. Әле, сит илдәрҙән килтерелгән киптерелгән һөт бар, уның хаҡы ла арзан. Тик ул ваҡытта сифат юғала һәм һатып алыусылар һөт продукцияһынан баш тарта башлаясаҡ.

Хаҡтар һикермәһен өсөн етештереүселәр менән эшкәртеүселәр араһында оҙайлы килешеү төҙөргә кәрәк. Аныҡ хаҡ ҡуйылырға тейеш, уның формулаһын сит илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп билдәләргә мөмкин.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры

Әле һөтсөлөк фермалары заводтарға бер литрҙы уртаса 16 һум менән тапшыра, 19 һум менән һатҡандары ла бар. Тик был да бик түбән. Бөгөн күп хужалыҡтар дәүләт тарафынан бүленгән субсидия иҫәбенә генә айырманы ҡаплап килә. Эшкәртеүселәр ҙә юғары табыш ала тип әйтеп булмай, мәҫәлән, Мәсәғүт һөт заводының хужалыҡтарға бурысы йыйылған. Был әҙер продукцияны һатыу кимәленең төшөүе менән дә бәйле, сөнки сауҙа селтәрҙәре 45 процентҡа тиклем өҫтәмә хаҡ һала. Уларҙың ҙур табыш артынан ҡыуыуынан етештереүселәр ҙә, эшкәртеүселәр ҙә зыян күрә. Аграрийҙар фекеренсә, проблеманы мотлаҡ тиҙ арала хәл итергә кәрәк.

“Байрамғол” хужалығында 1027 баш һыйыр бар. Көн һайын 23 тонна һөт етештерелә. Килем сығымдарҙы ғына ҡаплай. Күп аҡса күргәнебеҙ юҡ.

Салауат Баһауетдинов, Учалы районының "Байрамғол" хужалығы етәксеһе

Автор: Рәмзиә Кәримова.