Бүҙәнә тотоу табышлы

Асҡын районының Ҡышлау-йылға ауылында йәшәгән Ғәлиевтар ғаиләһе бүҙәнә фермаһы асып ебәргән. Әлегә ул ҙур түгел, ни бары 250 баш. Әммә хужалар ҡоштар иҫәбен арттырырға иҫәп тота, сөнки ите лә, йомортҡаһы да файҙалы, иҡтисади яҡтан да отошло.

Фото №1 - Бүҙәнә тотоу табышлы

Инкубатор урынына иҫке һыуытҡыс, йылытыу өсөн бәләкәй генә терморегулятор. Ғәлиевтарҙың себеш сығарыу ҡоролмаһы әлегә йорт соланында ғына урынлашҡан. Әлбиттә, шарттар махсуслашҡан, ҙур фермаларҙан ҡалыша, әммә себештәр өсөн был мөһим түгел. Йылылыҡ, яҡтылыҡ булһа еткән. Ҡошсоҡтар йомортҡанан яралыу менән үҙ йүнен күрә башлай. Бүҙәнәләр әрһеҙлеге, талымһыҙлығы менән айырылып тора.

Бүҙәнәләребеҙ кисә генә тыуа башланы. Тыуғас та улар йүгерә башлайҙар, һыу эсәләр. Инкубаторҙа 17 көн торалар, тауыҡ 21 көн тора. Ике айҙан һуң йомортҡа һала башлайҙар.

Эльза Ғәлиева

Ғәлиевтар бүҙәнәне ике йыл элек үрсетергә тотона. Уларҙа был ҡоштарҙың ике төрө бар, техас һәм эстон, берәүһе ит, икенсеһе йомортҡа өсөн.

Бүҙәнә йомортҡаһы тауыҡтыҡына ҡарағанда 4 тапҡырға бәләкәй, әммә унда фосфор, калий, витаминдар күберәк. Бүҙәнләр йоғошло сирҙәр менән ауырымай, шуға сальмонелла йоҡтороу ҡурҡынысы юҡ, аллергия ла булмай. Тағы бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тауыҡ йомортҡаһы ҡулдан төшөп китһә ярыла, ә бүҙәнәнке юҡ, сөнки эсендәге ярыһы дүрт ҡатлы.

Йорт хужаһы һарайҙа ҡошсоҡтар өсөн махсус систлек тә эшләп ҡуйған, ул ҙур булмаған бүлмәне биләй. Ата бүҙәнәләр һуғышмаһын өсөн биләмә тар һәм ҡараңғы булырға тейеш, һәр ситлектә 4-5 инәгә бер ата тура килә. Ә температураны көйләү шарт, ул 15 градустан юғары һәм 30-ҙан түбән булырға тейеш. Юғиһә, ҡоштар өшөп, йә эҫенән әлһерәп үлә башлай. Бүҙәнә үҙе лә бик ҡыҫҡа ғүмерле, бер йыл ғына йәшәй.

Халыҡтың ихтыяжы ҙур, бүҙәнәләрҙе 1500 башҡа еткерергә ине. Тотош республика буйлап заказдар яһайҙар. Был ҡоштоң ите холестеринһыҙ, ашҡаҙан ауырыуҙары менән интеккән кешеләр алып ашай. Бүҙәнә тауыҡҡа ҡарағанда отошлораҡ. Бер йыл ғына йәшәһә лә 300 йомортҡа һалып өлгөрә, аҙаҡ үҙен иткә һатып ебәрәбеҙ, бер килоһы мең һум. Бына ниндәй отошло ҡош был, ти Илмир Ғәлиев.

Ғәлиевтар әйтеүенсә, бүҙәнә тотоуҙың бер ҡатмарлығы ла юҡ. Эшләп йөрөгән осраҡта ла өҫтәмә килем сығанағы. Ихтыяж ҙур. Эльза ауыл мәктәбендә уҡытыусы, Илмир ҙа газ бүлеү станцияһында эшләп йөрөй. Ҡошсоҡтарҙы көнөнә ике тапҡыр ғына ашатырға кәрәк, махсус ризыҡ заказ буйынса интернерт аша алына. Тик бына оҙайлы сәфәрҙәрҙән тыйылып торорға тура киләсәк, бүҙәнләр сит кешенән ятһына һәм 2-3 көн йомортҡа һалмай, тәрбиәләү менән бер кеше генә шөғөлләнепгә тейеш.

Башбат

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ