Бөгөн 11-се синыф уҡыусылары математиканан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы

Мотлаҡ фәндәрҙән база имтихан республикала 112 пунктта ойошторолдо. Өфө ҡалаһының 94-се лицейында 200-ҙән ашыу уҡыусы тест яҙҙы. Экзамен тапшырыуҙа үҙгәрештәр юҡ. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хәстәрләнгән.

Уҡытыусылар билдәләүенсә, математиканан база этабында уҡыусыларҙың 6-7 синыфтарҙағы белем кимәле тикшерелә, уларға кәм тигәндә 23 балл йыйырға кәрәк. Профиль йүнәлеше буйынса һынау 1 июнгә тәғәйенләнгән.

Имтиханды һәр уҡыусы тапшыра ала, ул бик ауыр түгел. Беҙҙе мәктәптә яҡшы әҙерләнеләр, ә бына башҡа фәндәрҙән репетиторҙар менән шөғөлләнергә тура килде.

Арыҫлан Ғәлин, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусы

Имтиханда мәғариф һәм йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләй. Улар һынау барышындағы ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәй. Улар араһында студенттар ҙа бар.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты эргәһендәге колледж студенты Вил Хәкимов был эштә беренсе тапҡыр, әммә яуаплы һынауҙа уҡыусылар үҙен нисек тоторға икәнен ул яҡшы белә. Мәҫәлән, имтихан ваҡытында ручка иҙәнгә төшөп китһә уны рөхсәтһеҙ алырға, шулай уҡ рөхсәтһеҙ мусор ташларға ярамай, ти күҙәтеүсе.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.