Заманса уңайлыҡтар - почтала

Өфөнөң Рәсәй урамында яңы форматта асылған почта элемтәһе клиенттарына яңы мөмкинлектәр тәҡдим итә. Электрон технологиялар сират мәсьәләһенән арындыра, сөнки талондар системаһы эште күпкә ябайлаштыра.

Фото №1 - Заманса уңайлыҡтар - почтала

Конверт, открытка кеүек почта тауарҙары менән һатыу иткән киоск та бында айырым урынлашҡан. Посылкаларҙы асып-төрөү өсөн тәғәйенләнгән айырым өҫтәл ҡуйылған. Әйткәндәй, почтала "Изгелек ағасы" тигән акция бара. Ул аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, балалар, ҡарттар йорттарына гәзит-журналдар яҙҙырыуҙы күҙ уңында тота.

Клиенттарға төрлө яҡлап мәғлүмәт биргән почта бүлексәһе мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә ҡулайлы итеп яраҡлаштырылған.

Автор: Әлиә Әбдрәшитова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ