Йәш тә һигеҙ айлыҡ Аиша Дусәеваға ярҙам кәрәк

Ҡыҙҙың тыумыштан күреү һәләте насар. Баланың күҙенә өс тапҡыр операция яһалған. Аиша Дүсәева Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан "Яратҡан сабый" реабилитация үҙәгендә дауалана.

Фото №1 - Йәш тә һигеҙ айлыҡ Аиша Дусәеваға ярҙам кәрәк

Сабый һүрәттәге сағыу предметтарҙы ҙур тап рәүешендә генә күрә. Күпселек осраҡта ул уйынсыҡтарҙы ҡулы ярҙамында ғына тойомлай. Йәш тә һигеҙ айлыҡ Аишаны аяҡҡа баҫтырыу өсөн ата-әсәһе һәм табиптар ҙур көс һала. "Яратҡан сабый" реабилитация үҙәгенә беренсе тапҡыр һигеҙ айлыҡ сағынан килтерәләр.

Дауахананан 4-се дәрәжәһендәге ретинопатия диагнозы менән сығарҙылар. Санкт-Петербургта өс тапҡыр күҙенә операция яһаттыҡ. 8 айында Аиша башын тотмай ине, шул ваҡытта ошо реабилитация үҙәгенә килдек.

Ләйсән Дүсәева, Аишаның әсәһе

Аиша Дусәеваға тыумыштан үҙәк нерв системаһының зарарланыуы һәм күҙ селтәр ҡабығы ҡубарылыуы тигән диагноз ҡуйылған. Тыуғас та операция яһайҙар. Күреү һәләте бөтөнләй юҡҡа сыҡмаһын өсөн күҙ яҫмығын алалар. Һуңынан тағы ла ике ҡатмарлы операция үткәрә. Оҙайлы реабилитация курстары үткәргән, дауалаған һәм даими күҙәткән табитар бәләкәстең һаулығында бер ни тиклем ыңғай үҙгәрештәр бар,тип,билдәләй.

Бала менән шөғөлләнергә кәрәк. Күҙлек кейҙереү, психолог, логопед менән дәрестәр үткәреү. Аиша беҙҙә 8 айлыҡ сағынан, шул ваҡыттан бирле үҫеше күренә.

Рената Мөхәмәтова, балалар табибы

Реабилитация үҙәгендә физик үҫешендә артта ҡалған сабыйҙар менән дефектологтар, психологтар һәм һылаусылар шөғөлләнә. Улар менән даими эшләү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Бында дауаланған балалар мәктәпкә лә әҙерлекле бара аласаҡ.

Беҙ ауырыу балаларға ярҙам итәбеҙ. Уларға башта уҡ, 6 айға тиклем саҡында ярҙам күрһәтһәң, һау булып үҫәләр.

Фәйрүзә Латипова, реабилитация үҙәге директоры
Башбат

Реабилитация үҙәге хәйриә фонды ярҙамы менән эшләй. Ул мөмкинлектәре сикләнгән балалары булған ата-әсәләр өсөн өмөт үҙәге лә булып тора. Әлегә Аишаға тормошҡа яраҡлашыу ауыр булһа ла, табиптар уны һауыҡтырыу өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Яһалма күҙ яҫмығы ҡуйыу һигеҙ йәшендә генә башҡарыласаҡ. Табиптар уға күҙлек һәм линзалар кейергә тәҡдим итә. Әммә сабый уларҙы даими йөрөтә алмай. Ғаилә ваҡытлыса матди ауырлыҡтарға дусар булған. Дусәевтар мәрхәмәтле, изге күңелле кешеләрҙән ярҙамына мохтаж.

Өфөнән тыумыштан үҙәк нерв системаһы һәм күреү һәләте насар булған Аиша Дүсәеваға даими реабилитация үтеүгә мохтаж. Уға ярҙам итеү өсөн 7715 һандарына "РАСТИ -100" һүҙҙәрен ебәрергә кәрәк. Мәрхәмәтле булайыҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ