Бөгөн Өфө районы Шамонин ауылында

Сара Шамонин ауылы ағинәйҙәр ҡоро башланғысы менән ойошторолдо. Байрамда башланғыс синыф уҡыусылары ла ҡатнашты. Бында"Кәкүк сәйе" легендаһы һөйләнде, ағинәйҙәр балаларҙы халҡыбыҙҙың элекке уйындарын уйнатты.

Фото №1 - Бөгөн Өфө районы Шамонин ауылында

Өлкәндәр тәбиғәт уянған мәлдәге йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырҙы. Тамашаға килеүселәр ауылда эшләп килгән "Дарман" өлгөлө бейеү ансамбле бейеүҙәрен ҡараны. Ағинәйҙәр халыҡ йырҙарын башҡарҙы.

Ағинәйҙәр үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡашмау, селтәрҙәрҙе, милли ризыҡтарҙы алып килделәр. Байрам матур итте. Ағинәйҙәр ҡоро булып ярты йыл элек кенә ойоштоҡ.

Рәйфә Вәлиева, Шамонин ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, байрамды ойоштороусы

Бала саҡта беҙ Кәкүк сәйе, Ҡарға бутҡаһы байрамдарына сығып йөрөй торғайныҡ. Был байрамдарҙы әле ҡатарыу бик изге эш.

Рәйлә Ишкилдина, Шамонин ауылы ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы

Сарала кескәйҙәр күңелендә милли рух уятыусы байрамды йыл һайын уҙғарыу кәрәклеге билдәләнде. Шамонин мәктәбендә халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү йүнәлешендә әүҙем эш алып барыла. Уҡыусылар кейеҙҙән кейем тегеү түңәрәгенә йөрөй. Шулай уҡ байрамда футболкаға милли һүрәттәр төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде.

"Кәкүк сәйе"нә милли ризыҡтар ҙа бешереп килтерелгән. Башҡорт милли кейемдәренән күргәҙмә ойошторолдо. Балалар ағинәйҙәр эшләгән ҡашмау, селтәрҙәр һәм түшерелдектәр менән танышты, уларҙы кейеп тә ҡараны.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ