Бөгөн Өфөгә билдәле режиссер Юлий Гусман килде

Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Граждандар башланғыстары комитеты ағзаһы Юлий Гусман менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та осрашты.

Фото №1 - Бөгөн Өфөгә билдәле режиссер Юлий Гусман килде

Юлий Гусман Өфөгә "Граждандар башланғыстары" милли премияһының төбәк этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыу барышында яҡтар республиканың ижтимағи-сәйәси үҫеше, мәҙәни проекттар һәм йәмәғәт башланғыстарына ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ