Башланғыстар язаһын алырға түгел, ә хупланырға тейеш

Был турала Юлий Гусман "Граждандар башланғысы" милли премияһының төбәк этабын йомғаҡлау тантанаһында белдерҙе. Премия 2013 йылда Алексей Кудрин фонды һәм граждандар башланғысы комитеты менән берлектә ойошторола.

Фото №1 - Башланғыстар язаһын алырға түгел, ә хупланырға тейеш

Ошо ваҡыт арауығында илдең төрлө төбәктәренән йөҙҙәрсә социаль проект аҡсалата ярҙам ала. Быйыл премияның төбәк этабы тәүге тапҡыр Башҡортостанда үтә. Башланғыстар күплеге буйынса ла республика тәүге өс төбәк иҫәбендә. Йәмғеһе 120 проект тәҡдим ителгән.

Журналистарҙың йыл да уҙғарылған йыйыны. 2011 йылдан ойошторола башлаған медиа форум Башҡортостандың матбуғат һәм киң коммуникациялар өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе, хәбәрселәрҙе берләштерә. Ҡәләм оҫталары күңел асып ҡына ҡалмай, тәжрибә уртаҡлаша, спортта, һөнәри оҫталыҡта иң-иңдәрҙе асыҡлай.

Бөгөн беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы хәл – журналистар һабантуйы номинацияға лайыҡ булды. Беҙҙең башланғыс шулай юғары баһаланды. Барлыҡ коллегаларыма ҙур рәхмәт белдерәм.

Артур Дәүләтбәков, Башҡортостандың журналистар союзы рәйесе

Тағы бер проект – республикалағы иң ҙур кейемдәр банкы. Стәрлетамаҡта урынлашҡан социаль ойошмала ике меңгә яҡын кеше теркәлгән. Әйберҙәр күләме ауыр йөк машинаһы дәүмәлендә. Халыҡ үҙҙәре ҡулланмаған кейем-һалымын, тормош-көнкүреш әйберҙәрен, балалар уйынсыҡтарын килтерә, ә ихтыяжы булғандар һис түләүһеҙ ала.

Күп балалы әсәмен, ауылда эш юҡ, ә бында яҡшы ғына әйберҙәр табырға мөмкин. Айына ике тапҡыр килеп йөрөйбөҙ.

Рәзилә Ураҙаева, "Әйберҙәр банкы" ҡулланыусыһы

Һәм ошоға оҡшаш социаль проекттар республикала бик күп. Уларҙың 120 -һе ун өс номинация буйынса "Граждандар башланғысы" милли премияһына тәҡдим ителгән. Әйткәндәй, башланғыстар күплеге буйынса республика тәүге өс ҡала иҫәбендә.

Отозвалось значительное количество общественных организаций – более 120. Причём на конкурс были представлены серьёзные, зрелые, глубокие работы с хорошими результатами, перспективами. Надеюсь, организаторы конкурса были приятно удивлены тому, что гражданская инициатива в республике цветёт пышным цветом, живёт, здравствует и развивается. Нам это очень приятно.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов
Башбат

Мөкинлектәре сикләнгәндәрҙе реабилитациялау, оло йәштәгеләргә социаль ярҙам күрһәтеү, яҡташтарҙы берләштереү, йәштәр хәрәкәтен әүҙмләштереү. Был йүнәлештәр "Граждандар башланғысы" премияһына тәҡдим ителгән проекттарҙың бер өлөшө генә. Һәм был күренеш республика тураһында, уның үҫеше һәм мөкинлектәре тураһында күпте һөйләй, тине Юлий Гусман.

Уфа дышит, развивается. Я вижу много молодежи и даже сегодняшний зал был наполнен молодыми, талантливыми сердцами.

Юлий Гусман, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, граждандар башланғысы комитеты ағзаһы

Бөгөн беҙ “өҫтән” ҡушыу буйынса түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса изге эштәр эшләгән кешеләрҙе бүләкләйбеҙ, рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ. Бындай кешеләр булғанда илебеҙҙең киләсәге лә ышаныслы.

Гөлназ Ҡолһарина, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ағзаһы, "Тамыр" телеканалы етәксеһе

Премияның төбәк этабы быйыл Өфөнән тыш Бөйөк Новгород, Әстрхан, Иркутск ҡалаларында ойошторола. Ә инде федераль кимәлдә үткән конкурс еңеүселәре декабрҙә Мәскәү ҡалаһында билдәләнә. Шулай ҙа иң мөһиме иғтибар, ти башланғыстар авторҙары. Халыҡты дөйөм эшкә берләштереү, мәрхәмәтле итеү, йәмғиәткә ниндәйҙер файҙа килтереү, тормошҡа әҙ генә булһа ла изгелек өҫтәү уларҙың төп маҡсаты.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ