Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, урын менән ҡойма ямғыр һәм эре борсаҡ яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Тәбиғәт ғәрәсәте Татарстан яғынан килә. Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Ҡазанда һәм Яр Саллыла емерелгән теплицалар, сауҙа үҙәктәренең ярылған тәҙрәләре төшөрөлгән видеояҙмалар барлыҡҡа килде.
Шулай уҡ беҙҙең редакцияға Нефтекамала төшөрөлгән кадрҙар ебәрелде. Дауыл ҡалала автосервистың ҡыйығын алып ташлаған. 720 квадрат метр ҙурлыҡтағы ҡыйыҡ ике автомобилгә зыян килтергән. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр теркәлмәгән.
Көслө ел әлеге ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһына табан йүнәлгән. Шуға ла ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Был ваҡытта ағас, реклама банерҙары һәм электр сымдары янына яҡын бармаҫҡа кәңәш ителә.




