Ике йәшлек ҡыҙҙың алған яраларҙан иртәгәһенә реанимацияла ғүмере өҙөлгән. Билдәле булыуынса, 28 майҙа ике йәшлек сабыйҙың өҫтөнә тумбала торған ҡайнар һыулы термосәйнүк түгелгән. Тәне ныҡ бешеүҙән бала һәләк булған.
Ҡазаға тарыусының янындағы ағаһы менән апаһы уға ярҙам итергә тырышҡан, шуға үҙҙәре лә зыян күргән. Әлеге ваҡытта ҡыҙ менән малай өйҙәренә ҡайтарылған.
Фажиғәле осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү башлаған.




