Был турала Башҡортостадың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында үткән Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференцияһында һүҙ барҙы. Йәғни, етәксе булып эш башларға теләүселәргә дәүләт хеҙмәтендә күптән эшләгән абруйлы хеҙмәткәрҙәр ярҙамға киләсәк
Әлеге ваҡытта етәксе вазифаһында булған утыҙҙан ашыу белгес, ғалим һәм магистрант ҡануниәттәге яңылыҡтарҙы тикшерҙе. Был яңылыҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри үҫеше өсөн махсус курстар үткәреүҙе тәьмин итер тип күҙаллана. Һәм шулай уҡ уҡыу ваҡытында заманса компьютер технологияһын ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк.




