Был спорт төрөн яратыусылар өсөн Башҡортостанда иң ҙур майҙан әҙерләнә. Шул уңайҙан, Урмансылар паркына синтетик япма йәйелде. Ике миллион һумлыҡ газон хаҡын Рәсәй футбол союзы түләгән.
Хәҙер футболды бушлай уйнарға мөмкин буласаҡ. Был урын Өфө йәштәренең яратҡан майҙансыҡтарына әйләнер, тигән ышаныс бар.




