Иң беренсе парламент ағзалары Башҡортостан Хөкүмәтенең 2017 йылда республикала дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчетын тыңланы.
Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле халыҡ һайланыусыларын былтыр төбәктә балаларҙың хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәрен күҙәтеү торошо менән таныштырҙы. Ултырыштың көн тәртибенә шулай уҡ ике тиҫтәнән ашыу республика закондары проекттары индерелде.
Артабан депутаттар мирауай судьялар вазифаларына кандидатураларҙы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарарҙары проекттарын һәм Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын тикшерҙе. Шулай уҡ республиканың быйылғы бюджетын 19 миллиард миллиард һумға арттырыуҙы күҙ уңында тотоусы закон проекты ҡаралды.




