Кандидатлыҡҡа дәғүәселәр

3 июндә республикала "Берҙәм Рәсәй" партияһы тарафынан алдан тауыш биреү ойошторола. Унда халыҡ Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттар исемлеген билдәләй.

Фото №1 - Кандидатлыҡҡа дәғүәселәр

Был көндө Башҡортостанда 662 иҫәпләү участкаһы асыла, уларҙың 77-һе - Өфөлә урынлашасаҡ. Участкалар һайлаусыларҙы иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул итә. Тауыш биреүҙә округта теркәлгән, партияла тороу-тормауына ҡарамаҫтан һайлау хоҡуғына эйә булған һәр кеше ҡатнаша ала. Бындай ҡараш алдан тауыш биреүҙең төп принциптарын - асыҡлыҡты, конкурентлыҡты һәм легитимлыҡты тәьмин итә.

Бындай форматта һайлауҙарҙы тәүгә ойошторабыҙ. Элек праймеризда партия ағзалары һәм патия идеалогияһын уртаҡлашҡан ойошмалар ғына ҡатнаша торғайны.

Константин Толкачев, "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары

Башҡортостанда алдан тауыш биреүҙә 584 кеше ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла хөкөмгә тарттырылмау тураһында белешмәне үҙ эсенә алған тулы документтар пакетын тапшырып ҡына ҡалмаған, ә ике дебатта ла ҡатнашҡан. Праймериз алдынан кандидаттар округта йәшәүселәр, йәмәғәт ойошмалары менән осрашыуҙар үткәргән. Тауыш биреүҙә һайлаусылар бер нисә фамилияның ҡаршыһына билдә ҡуя ала. Һуңынан рейтинг төҙөлә, иң күп тауыш йыйған дәғүәселәр кандидаттар исемлегенә индерелә. "Берҙәм Рәсәй" уларҙы 9 сентябрҙәге һайлауға сығара.

Алдан тауыш биреүҙең бюллетендарына эләгер өсөн мотлаҡ талаптар бар. Мәҫәлән хөкөм ителмәгәнлек тураһында справканы үҙ ваҡытында тапшырыу, мотлаҡ рәүештә ике дебатта ҡатнашыу. Ошо талаптарҙы үтәмәгән кешеләр алдан тауыш биреүҙәнҙ төшөп ҡалдылар. Әлеге көндә бюллетендар әҙер, беҙ уларҙы яуаплы кешеләргә тапшырабыҙ.

Гөлнара Кирәева, "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ