Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов дүрт тиҫтәнән ашыу гүзәл затҡа «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан награда алыу әсәләр өсөн айырыуса мәртәбәле. Сөнки сабыйҙарың тәүге һәм иң төп яҡлаусыһы - әсә.
Республикала 40 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй һәм 20 йыл дауамында биш һәм унан күберәк бала үҫтергән 7 меңдән ашыу гүзәл зат миҙал алған. Хөкүмәт йортонда бүләкләнгән әсәләрҙең барыһы ла өлгө булырҙай. Салауат Сәғитов күп балалы ханымдарҙы тәбрикләп "Әсәлек даны" иң хисле наградаларҙың береһе, тип билдәләне.
Премьер-министры урынбаҫары республикала алып барылған социаль сәйәсәт, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау программалары, ғаиләләргә аҡсалата ярҙам, пособиелар үҙ һөҙөмтәһен бирә тине. Хәҙер иһә сабыйҙарҙы балалар баҡсаһы менән тәьмин итеү, ясли төркөмдәре ойоштороу эше көсәйтеләсәк. Һәр әсә, һәр ғаилә был ярҙамды тойорға тейеш, тиелде тантанала.




