Остаз менән бергә

"Остаз эргәлә түгел, бергә" проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла. Был яңы башланғыс илебеҙҙең 40-лап төбәгендә башҡарылған. Быйылдан проектҡа Башҡортостан да ҡушылды. Балалар йорттары тәрбиәләнеүсеһе билдәле, уңышлы кешегә беркетелә.

Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Яна Носкованың остазы булған. Өс ай эсендә остазы үҫмерҙе үҙенең төп шөғөлө менән таныштырған, Яна һәм уның иптәштәре ансамбль менән яҡындан танышҡан. Риф Фәтих улы ҡыҙға һайлаған һөнәре даирәһе менән дә тулыраҡ белергә ярҙам иткән.

Мал табибы булырға хыяллана, шуға ла беҙ ауыл хужалығы колледжына барып килдек. Шунда етәкселек, йәшәү, уҡыу шарттары менән таныштыҡ. Киләсәктә ул шунда уҡырға барасаҡ.

Риф Ғәбитов, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнгән Нәргизә Биктимерова остазы Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова. Үҫмер мәғариф министрының эше менән яҡындан танышҡан, һәм киләсәк һөнәрен билдәләүҙә төплө кәңәштәр алған.

Башҡортостан мәғариф министрының эше ни тиклем яуаплы һәм ауыр икәнлеген күрҙем. Остазым киләсәк һөнәремде һайларға ла ярҙам итте. Мин балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе буласаҡмын.

Нәргизә Биктимерова, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе

Автор: Гүзәл Борханова.