"Россия" тоҡомсолоҡ хужалығында әле мең гектарҙан ашыу ер эшкәртелгән. Баҫыуҙарҙы гербицидтар менән туҡландырыуҙан тыш шыйыҡ ашламалар ҙа бирелә. Сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны 4 мең 500 гектар, уның төп өлөшөн иген культуралары биләй.
Хужалыҡта тик элиталы сорттар ғына сәселә, һуңғы йылдарҙа юғары төшөмлө культураларға иғтибар арттырылған. Быйыл мәҫәлән, рапстың мул уңыш бирә торған юбилей, хойола сорттары сәселгән. Бынан тыш, борсаҡ баҫыуҙары киңәйтелгән, сорго ултыртылған. Әгәр тәжрибә үҙен аҡлаһа киләһе йылдарҙа майҙандарҙы арттырыу ҡаралған.
Хужалыҡтың агрономы әйтеүенсә, химик утау уңыштың нигеҙе. Әле ужым культуралары баҫыуҙары икенсегә эшкәртелә, тәүгеһендә ҡый үләндәренә ҡаршы ашлама индерелгән.




