Тыумыштан һаңғырау ҡалған Асаля Нурморатова ишетә башланы. Бының өсөн ҡыҙға тауыштарҙы көсәйтеүсе имплант ҡуйылған. Шулай ҙа йәш ярымлыҡ сабыйға өҫтәмә медицина ярҙамы талап ителә. Ваҡытында дауалағанда ишетеү һәләтен тулыһынса тергеҙеү мөмкинлеге бар, ти табиптар.
Кескәй генә бармаҡтары менән Асаля фортепиано телдәрен барлай. Ҡыҙҙың күңеленән үҙенә генә таныш көй урғыла. Ләкин башҡалар ғына уның моңон ҡабул итмәй. Һаңғырауҙар түгел, Асаля ғына ишетеү һәләтенән мәхрүм. Шулай ҙа сабый музыканан айырылмай. Күп төрлө сағыу тауыштар донъяһына илткән юл тап фортепиано телдәре аша ята.
Ишетеү һәләте насар булыуы Асаляның башҡа яҡтан үҫешен дә тотҡарлай. Сабыйҙың үҙ донъяһы. Ишетмәгәс "Әсәй" тип тә өндәшә алмай. Физик мөкинлектәре лә тотҡарланғас йәш әсә абилитация үҙәгенә килә, дауалау ярты йылдан үҙ һөҙөмтәһен биргән. Ә һуңғы көндәрҙә Ирина ике йылға яҡын көткән бәхетенә ирешкән. Уның ҡыҙы тирә-йүндәге тауыш-ауаздарға иғтибар иткән.
Абилитация үҙәгендә Асаля дүрт дауалау курсы үткән. Сабый менән музыка белгесе, психолог, логопед шөғөлләнә. Алға китеш һис шикһеҙ бар. Сихри тауыштар донъяһына инеү өсөн тағы ла өс курс дауаланыу талап ителә. Табиптар ҡыҙҙың ишетеү һәләтен тулыһынса ҡайтарыу мөмкинлеге ҙур, тип баһалай.
Кескәй Асаляға йәйғор төҫтәренә күмелгән тауыштар бүләк итеү өсөн күп тә кәрәк түгел. Ни бары ярҙам үтенесен ишетә белеү ҙә етә. Тап мәрхәмәтлелек ярҙамында ғына Асяла күңелендә урғылған моңдарын көйгә һалып кешеләргә еткерә ала.




