Дуҫлыҡ күперен һалыусылар

Башҡортостан менән Вьетнам республикаһы араһындағы дуҫлыҡ ептәре һәм хеҙмәттәшлек тамырҙары үткән быуаттың 50-cе йылдарына барып тоташа. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Вьетнам республика булараҡ бойондороҡһоҙлоҡ яулағандан һуң, гастролгә килә. 7 ноябрҙән Яңы йылға тиклем ансамбль башҡорт мәҙәниәтенең сығыу өлгөләре тәшкил иткән бейеүҙәр менән сығыш яһай.

Ансамбль музейындағы стендта Башҡортостан артистарының Вьетнамға тәүге гастролдәре тарихы. Совет мәҙәниәте вәкилдәрен халыҡ шағиры Мостай Кәрим етәкләй. Ғәскәровсылар Вьетнам республикаһы Президенты Хо Ши Мин ҡулынан беренсе дәрәжәләге "Хеҙмәт ордены" ала.

Башҡортостанға яңы вазифала тәүге тапҡыр килгән Вьетнам Республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Нго Дык Маньға Рөстәм Хәмитов 63 йыл элек төшкән тарихи фотһүрәттәрҙе тапшырҙы. Осрашыуҙа ике яҡлы бәйләнештәрҙе нығытыу, мәҙәни, сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу юлдары ла билдәләнде.

Алты тиҫтә йыл элек Вьетнамға барып тәүге дуҫлыҡ ауызын еткергән ансамбль ветерандары ла был хеҙмәтәшлеккә ыңғай ҡарашта.

Вьетнам менән беҙҙең дуҫлыҡ мәңгелек. Мин ул сәфәрҙе һәр ваҡыт иҫкә төшөрәм.

Рәүилә Хажиева, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны

Хуш еҫле лотостар иле. Сит илгә тәүге гастролдәр... Вьетнам аштары һәм бейеүҙәре... Был хәтирәләрҙе ансамбль ветерандары Рәүилә Хажиева менән Екатерина Варламова яңырта. Ижади коллектив алыҫ көнсығышға ай буйына поезда бара. Оҙон юл һәм вьетнам халыҡ менән беренсе осрашыу улар күңеленә ғүмерлеккә уйыла.

Шул тиклем илде, көндө яратҡан, сабыр, тәүфиҡлы халыҡ. Шул күҙгә ныҡ күренде. Аш-һыуҙары ла бик үҙенсәлекле.

Рәүилә Хажиева, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны, Башҡортостандың халыҡ артисы

Вьетнамға тәүге гастролдәренә 63 йыл ғүмер үтһә лә, был мөләйем ханымдар телде һәм был егәрле, үҙ һүҙендә торған, тырыш халыҡтың ҡунаҡсыллығын әле лә һағынып иҫкә ала.

2019 йылда Рәсәйҙә - Вьетнам, ә Вьетнамда - Рәсәй йылы. Ике ил араһында тәүге дуҫлыҡ күпере һалыусы ветеран бейеүселәр, сәнәғәт, туризм, сауҙа өлкәһенән тыш сәнғәт өлкәһендә лә бәйләнештәр нығынһын тип теләй.

Автор: Гүзәл Борханова.