Баймаҡ районында быйыл 11-се синыфты 300-гә яҡын уҡыусы тамамлай

Уларҙың күбеһе Берҙәм дәүләт имтихандарында математика фәнен һайлаған. Был аҙнала уҡыусылар өсөн тәүге имтихандар тап теүәл фән буйынса үтте. Һынауҙарҙы унышлы тапшырыу һәм тейешле бал туплау юғары уҡыу йортонда бюджет урындарына дәғүә итеү тигән һүҙ.

Фото №1 - Баймаҡ районында быйыл 11-се синыфты 300-гә яҡын уҡыусы тамамлай

Етди һынау көнөндә имтиханға килгән укыусыларға мәктәпкә инеү өсөн шәхес таныклығы, ручка, һыу һәм туҡланыу өсөн берәй аҙыҡ рөхсәт ителде. Балаларҙын күбеһе экзаменға шоколод тотоп килгәйне. Ә имтихандарҙы ҡабул итеү пунктына инеү башҡа кешегә мөмкин түгел. Телефон һәм уға гаджеттар индереү ҡәтғи тыйылған. Билдәле булыуынса Берҙәм дәүләт имтихандары бер юлы 11 синыфты тамамлау һәм юғары уҡыу йортона инеү етди һынау булып тора.

База кимәлендәге математиканы 290 бала тапшырырға тейеш ине, уларҙан 288-е имтиханға килде. Бер уҡыусы ауырып киткән, ә икенсеһе профиль математиканы тапшырасаҡ. Баймаҡ ҡалаһының 2-се лицейы БДИға тулыһынса әҙер, барлыҡ ҡоролмалар ҡуйылған.

Илдус Зәйнуллин, Баймаҡ районы мәғариф идаралығы етәксеһе

Теркәү үткәндән һуң уҡыусылар линейкаға баҫты. Унда тағы бер тапҡыр имтихан талаптары хаҡында иҫкәртеү булды.Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарында етди үҙгәрештәр юҡ. Экзамендың төп яңылығы уның технологияһы менән бәйле. Хәҙер имтихандарҙың күнегеүҙәрен мәктәпкә алып килмәйҙәр. Контроль үлсәү материалдары һәм бланктар экзамен алдынан аудиторияла асыла. Был технология яҙ көнө ваҡытынан алда үткәрелгән имтихандарҙа ҡулланылған.

Уҡыусылар тәүге һынауҙы унышлы үткән, ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлмәгән. Һөҙөмтәләр июнь айҙарында билдәле буласаҡ. Берҙәм дәүләт имтихандары 20 июнгә тиклем дауам итә.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ