Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы мәктәбендә уҡыусыларға көн һайын татлы ризыҡ бирелә. Белем усағын бал менән ауылдың билдәле умартасылары Мулләхмәтовтар ғаиләһе йыл һайын бушлай тәьмин итә. Баллы ашхана тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Ҡарткиҫәк уҡыусылары ашхананы балһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Бында көнөнә бер нисә тапҡыр татлы ризыҡ менән сәй эсеп алырға була. Тәмле лә, шифалы ла. Үҫеп килгән организм өсөн айырыуса файҙалы, иммунитет нығына.
Мәктәп ашханаһында бал 10 йылға яҡын бирелә. Мәғариф учреждениеһына татлы ризыҡты ошо уҡ ауылда йәшәгән Мулләхмәтовтар ғаиләһе бушлай бирә. Йылына 100 кило тирәһе. Педагогтар әйтеүенсә, уҡыусылар балды яратып ашай, башҡа тәмлекәстәрҙең кәрәге лә юҡ. Икенсенән, балалар умартасылыҡ серҙәре менән дә ҡыҙыҡһына башлай, был кәсеп ауыр булһа ла төшөмлө. Ә ауыл ере өсөн өҫтәмә килем сығанағы бик мөһим.
Уҡытыусылар әйтеүенсә, уңған, абруйлы Мулләхмәтовтар йәш быуын өсөн яҡшы өлгө. Ғаилә бал менән тәьмин итеүҙән тыш, төрлө спорт ярыштарын да ойоштора. Быйыл улар ҡышҡы уйындарҙы, Уғатар бәйгеһен үткәреүҙе үҙ өҫтөнә алған.
Мулләхмәтовтар умартасылыҡ менән осраҡлы рәүештә шөғөлләнә башлай. Уларҙың баҡсаһындағы миләшкә бер күс бал ҡорто килеп ҡуна. Күршеләге оло умартасы уларҙы үрсетеп ҡарарға кәңәш бирә. Хәҙер ғаиләнең 400 башлап умартаһы бар, алты йыл элек улар Мәскәүҙә үткән "Алтын көҙ" күргәҙмәһендә алтын миҙалға ла лайыҡ булған.
Әлфиә менән Фәнүз Мулләхмәтовтар умартасылыҡ менән ике улы һәм килендәре менән бергә шөғөлләнә, ейәндәре лә ярҙам итә. Улар барыһы ла дин юлында, бергәләп хаж ҡылғандар. Мулләхмәтовтар һәр етеш ғаилә үҙ табышы менән бүлешергә бурыслы тигән фекерҙә. Диндә ҡушылғанса мосолмандар үҙ килеменең бер өлөшөн зәҡәт итеп бирергә тейеш.
Мулләхмәтовтар сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы киләсәктә лә дауам итергә ниәтләй, йәш быуын ошо төбәктең киләсәге, балалар һау-сәләмәт булып үҫергә тейеш, ти улар




