Полицияға 300 йыл

Рәсәй дәүләтселеге тарихында эске эштәр органдары даими рәүештә йәмғиәттә тәртип һәм тыныслыҡтың ышаныслы гаранты булып сығыш яһаны. Полиция халыҡҡа иң яҡын тәртип һаҡлау структураһы. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы республика эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй полицияһының 300 йыллығы уңайынан уҙған тантанала билдәләне.

Фото №1 - Полицияға 300 йыл

Рәсәй Полицияһына 300 йыл тулыуға арналған тантанала залдағыларҙы республика башлығы тәбрикләне. Телмәрендә Рөстәм Хәмитов полицияның күрһәткестәренә туҡталды. Башҡортостан етәксеһе фекеренсә, тәртип һаҡлау органдарының тынғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһендә йәмғиәт именлеге һәм тыныслыҡ тәьмин ителә.

Успешно продолжается борьба с коррупцией в органах власти. В прошлом году выявлено около 800 подобных преступлений, в том числе более 250 фактов взяточничества. Рассчитываю, что и в дальнейшем вы будете первыми помощниками руководства республики в этой работе. Наш безусловный принцип - честность, неподкупность и открытость власти.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан башлығы республика эске эштәр органдарының матди-техник базаһын нығытыуға ла ҙур өлөш индереүен билдәләп үтте.

На пятилетнюю государственную программу по обеспечению общественной безопасности до 2020 года заложены республиканские средства в размере более 200 млн рублей. Значительные ресурсы направляются на приобретение камер фото и видеофиксации правонарушений, материально-техническое обеспечение антинаркотических подразделений, приобретение автомобилей. Безусловно, республика и в дальнейшем будет помогать органам правопорядка в создании условий для эффективной службы.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығы Указы менән хеҙмәтендәге ҡаҙаныштары, йәмәғәт тәртибе һәм именлеген тәьмин итеүгә индергән өлөшө өсөн ведомствоның бер төркөм хеҙмәткәрҙәре Республиканың Почет грамотаһы һәм Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнде.

Залда ветерандар ҙа бихисап. Дәүләт ҡоролошо һәм сәйәсәт үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, енәйәтселәр енәйәтсе булып ҡала. Уларҙы асыҡлау һәм зарарһыҙландырыу һәр ваҡыт тәртип һаҡлау органдарына эшкә килгән ҡыйыу егет һәм ҡыҙҙар иңенә төштө тип билдәләй Кушнареко районынан Рафаэль Мирғәлиев. Ул оҙаҡ йылдар төбәктә участка милиционеры булып эшләгән. Милиция полиция тип үҙгәртелеүгә ҡарамаҫтан эштең асылы шул килеш ҡала, ти тәртип һаҡлау органдары ветераны.

Әле ауырыраҡ тиҙәр. Элек тә милиция эше еңел булманы. Заманында мин күп енәйәтте асыҡланым.

Рафаэль Мирғәлиев, тәртип һаҡлау органдары ветераны
Башбат

Башҡортостан полицияһы әле заман талаптары буйынса йыһазландырылған, һәр яҡлап әҙерлек үткән, ҡеүәтле структура. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына, байрам саралары уңайынан ойошторолған парадта шаһит булдыҡ. Ленин урамынан республика буйынса эске эштәр министрлығы подразделениелары тигеҙ сафта үтте.

Нами рассскрыты ряд заказных убийств, которые были совершене на территориии РБ в прошлом году. По этому, считаю что личный состав работает достойно, профессионально, грамотно. Наша основная опора в борьбе с преступностью это конечно доверие народа. Будет доверие народа, будут еще лучше результаты.

Роман Деев, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры

Рәсәй полицияһының 300 йыллығы уңайынан тәртип һағында тороусыларҙы йәмәғәтселек һәм дини конфессиялар вәкилдәре лә тәбрикләне. Был һис кенә лә осраҡлы түгел. Эске эштәр органдары ойошторолған көнөнән алып, бөтә яҡлап та халыҡҡа иң яҡын тәртип һаҡлау структураһы булып ҡала.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ