Икенсе йә өсөнсө тапҡыр хаж ҡылыу ҡиммәткә төшәсәк

Быйыл Башҡортостандан хажға 600-гә яҡын кеше бара ала. Бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия һорауҙары буйынса совет ултырышында хажға әҙерлек һорауҙары ҡаралды.

Фото №1 - Икенсе йә өсөнсө тапҡыр хаж ҡылыу ҡиммәткә төшәсәк

Быйыл изге сәфәргә хаҡ артҡан һәм эконом класслы билет 130 мең һум, стандарт -200 мең һум тора. Икенсе тапҡыр хажға барыусыларға Сәғүд Ғәрәбстаны 500 доллар күләмендә пошлина һәм яһаҡ индерә, тимәк, улар өҫтәп 30 мең һум тирәһе аҡса түләргә тейеш. Шуны ла билдәләргә кәрәк, хаж хәләл аҡсаға ғына ҡоролорға тейеш, бурысҡа аҡса алырға ярамай.

Изге ғәмәл ҡылырға йыйыныусылар менингоккоктан һәм башҡа вакциналар эшләтергә тейеш һәм шулай уҡ сәфәрҙән ҡайтҡас медицина тикшереүе үтергә бурыслы. Хажға барырға теләүселәр 10 июндән дә ҡалмай ғариза тапшырырға тейеш. Сәфәргә тәүге төркөм август башында юллана.

Стандарт булған хажиҙар күберәк аҡса түләй һәм улар самолет менән тура осоп етә. Ә экономдар Дубайға тиклем самолет менән, ҡалған юлды автобус менән үтә.

Айнур Арыҫланов, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ