Быйыл форумда Рәсәйҙең 45 төбәге нәшриәттәре ҡатнаша, улар 100 меңдән ашыу китап тәҡдим итә. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте - илдең төп китап форумында әүҙем ҡатнашыусы. Яҡташтарыбыҙҙың стенды "Рәсәй төбәктәре" исемле 17-се павильонда урынлашҡан.
Тәүге көндө Башҡортостан нәшриәте продукцияһы мәскәүҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Урындағы халыҡ рус һәм башҡорт, шулай уҡ татар телдәрендәге китаптарҙы ихлас һатып ала. Китап уҡыусыларҙы айырыуса башҡорт сәнғәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына, этнографияға, республиканың танылған шәхестәренә арналған баҫмалар йәлеп итә.
Мәскәүҙә "Ҡыҙыл майҙан" фестивале 3 июнгә тиклем бара. Ойоштороусылар быйылғы фестиваль программаһын уҙған йыл менән сағыштырғанда, һиҙелерлек үҙгәрткән. Был юлы уҡыусылар өсөн 500-гә яҡын сара уҙғарыу ҡаралған. Ҡунаҡтарҙың барыһы ла фестивалдә зауығына ярашлы китап таба ала.




