Баш ҡала өсөн әһәмиәтле ҡоролма Башҡортостандың 100 йыллығына арнап төҙөләгән юбилей объекттары исемлегенә индерелгән. Күләмле проект шулай уҡ автомобиль юлы менән бергә биләмәне төҙөкләндереүҙе лә үҙ эсенә ала.Ҡаланы һыу баҫыуҙан һәм ярҙы емерелеүҙән һаҡлаусы система менән бөгөн Рөстәм Хәмитов танышты.
Йәйҙең беренсе көнө баш ҡала өсөн әһәмиәтле ваҡиғанан башланды. "Дуҫлыҡ монументы" эргәһендә төҙөкләндерелгән һуң Ағиҙел йылғаһы ярын нығытҡан дамба сафҡа инде. Әммә әлегә гидротехник ҡоролманың икенсе сираты тураһында ғына һүҙ бара. Ярҙы нығытыусы инженер объекты ҡаланы һыуҙың кире йоғонтоһынан һаҡлаясаҡ. Йәғни, уның ярҙамында хәҙер ташҡындың 12 метрға тиклем күтәрелеүе лә ҡурҡыныс түгел. Төҙөлөш эштәре алдынан белгестәр кәрәкле инженер эҙләнеүҙәре, шул иҫәптән гидротикшереүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә улар бар яҡтан да ҡулай булған проектҡа өҫтөнлөк биргән.
Республика Башлығы гидротехник ҡоролманы ҡарап сыҡҡандан һуң төҙөлөштөң сифатын баһаланы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ярҙы төҙөкләндергән ваҡытта төрлө фекерҙәр ишетергә тура килгән, әммә нисек кенә булһа ла объекттың матур килеп сығыуы күренә. Участкаларҙың береһендә яр буйының буласаҡ дизайны ла тәҡдим ителде. Унда ҡыҙыныу урындары, балалар өсөн майҙансыҡ, йәйге кафе ойошторолған. Шулай ҙа киләсәктә Аҙиҙел буйын күркәмләндергәндә Өфөлә йәшәүселәрҙең тәҡдимдәре лә иҫәпкә алынасаҡ.
Гидротехник ҡоролманың беренсе сираты 2014 йылда файҙаланыуға тапшырылғайны. Ул Салауат Юлаев һәйкәленән "Юность" бассейнына тиклем араны үҙ эсенә алған. Эштәрҙе башҡарыуға киткән сығымдар федераль һәм республика иҫәбенә ҡапланған. Икенсе сират "Дуҫлыҡ монументы"на тиклем дауам итә. Яҡын киләсәктә бында бер километр оҙонлоғонда юл һалыу һәм биләмәне төҙөкләндереү ҡарала.
Гидротехник ҡоролманың икенсе сираты графиктан ярты йылға иртәрәк сафҡа инде. Әммә был йәйәүлеләр өсөн бөгөндән үк асыҡ була тигәнде аңлатмай. Төҙөүселәр артабан кешеләр өсөн тыуҙырыласаҡ ҡалған уңайлыҡтарҙы аҙағына тиклем еткерергә ниәтләй. Ял итеү зонаһы барыһын да йәй уртаһында ҡабул итә башлаясаҡ.
Яр буйын нығытыу эштәре киләһе йыл тулыһынса тамамланыр тип көтөлә. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына арнап төҙөлгән иң күләмле объекттарҙың береһе буласаҡ. Төҙөүселәр был ҡоролма урындағы халыҡтың да, килгән ҡунаҡтарҙың да күңеленә хуш килер тигән өмөттә.




