Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы "Үҙенсәлекле балалар" фонды менән берлектә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған хәйриә телемарафонын уҙғарҙы.

Акцияның маҡсаты кескәй Аиша, Асаля һөм Платонға мәрхәмәтле кешелерҙең иғтибарын йәлеп итеү. Уларҙың һәр береһенә абилитация үҙәгендә дауалау үтеү өсөн 210 мең һум аҡса йыйыу талап ителде. Телемарафон кескәй тамашасылар өсөн йөкмәткеле программа менән үрелеп барҙы.

Башҡортостандың төп медиахолдингы эфирында көн дауамында балалар булды. Телемарофон барышында хәбәрселәр төрлө байрам майҙансыҡтарынан тура бәйләнешкә сыҡты. Хәйриә акцияһына иртәнге "Сәләм" тапшырыуында старт бирелде. Тема иһә, яңы тыуған сабыйҙарҙы үҙенсәлекле дауалау системаһы абилитация тураһында. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасыларына өс сабыйға ярҙам итеү форсаты бирелде.

Телевизор ҡараусыларға шул хәтлем рәхмәтлемен. Шылтыратыуҙар бик күп булды. Ҡайһы номерға, нисек аҡса күсерергә тигән һорауҙы йыш бирҙеләр. Башҡортостан тамашасаһы битараф түгел.

Гүзәл Хәмитова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш мөхәррире

Төрлө ойошма һәм предприятиелар, йүнселдәр акцияға битараф ҡалманы. Иҡтисади яҡтан ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, күптән сабыйҙарға ярҙам итергә ашыҡты. "Үҙенсәлекле балалар" хәйриә фонды етәксеһе Фәйрүзә Латипова әйтеүенсә, кескәйҙәрҙе дауалау өсөн талап ителгән аҡса йыйылды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының мәғлүмәт ярҙамын иһә ниндәйҙер бизмәнгә һалып үлсәү бөтөнләй мөмкин түгел, ти абилитация үҙәге етәксеһе. Ярҙамға мохтаж балалар тураһында тотош республикаға бәйән ителде.

Беҙ был балаларға ярҙам итә аласаҡбыҙ. Фондта ҡалған аҡса башҡа балаларҙы ла дауалауға ла етәсәк. Ҙур рәхмәт!

Фәйрүзә Латипова, "Үҙенсәлекле балалар" хәйриә фонды етәксеһе

Телемарафондың тағы ла бер маҡсаты йәш быуын күңеленә изгелек орлоҡтары һалыу ине. Был бурыс та теүәл үтәлде ти акцияны ойоштороусылар. Көн дауамында барған программаһының йөкмәткеһе, тап кескәй тамашасыларҙы мәрхәмәтле һәм ярҙамсыл итеп тәрбиәләүгә йүнәлтелде.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.