Платон Кудисовҡа балалар церебраль фалижы диагнозы ҡуйылған

Йәш ярымлыҡ сабый үҙаллы әйләнә лә алмай. Уға оҙайлы реабилитация талап ителә. Дауаланыуҙы мөмкин тиклем иртәрәк башларға кәрәк. "Бәпестәргә бергәләп ярҙам итәйек!" марафоны сиктәрендә "Үҙенсәлекле балалар" фонды бындай балаларға ярҙам ҡулы һуҙыу маҡсатында махсус иҫәп асҡан.

Фото №1 - Платон Кудисовҡа балалар церебраль фалижы диагнозы ҡуйылған

Бәләкәй Платонға гимнастика менән шөғөлләнеү бик ауыр. Ул аяҡтарын табип ярҙамында ғына бөгә ала. Малай балалар церебраль фалижынан интегә. Үҙәк нерв системаһы зарарланыуы һөҙөмтәһендә уның мускулдары көсһөҙ, йөрөшө боҙолған, үҫеше артта ҡалған. Йәш ярымлыҡ бала арҡаһынан эсенә әйләнә, ултыра һәм баҫып тора алмай

Улымдың кәйефенән дә күп нәмә тора. Ул айырыуса логопед, психолог менән шөғөлләнергә ярата, массаж ярата, рәхәтләнеп ял итә.

Дарья Кудисова, Платондың әсәһе

Йәнһүрәт ҡарай -ҡарай тәнен һылағанда кәйефе күтәрелә. Платондың игеҙәге- һау-сәләмәт. Тик таҡы ла бер бәлә - әсәләре яман шеш менән көрәшә. Торлаҡһыҙ һәм аҡсаһыҙ уға йәшәүе, балаларын тәрбиәләүе бик ауыр. Әлге ваҡытта улар бишәүләп әсә һәм бала үҙәгендә йәшәй.

Беҙҙе торлаҡҡа сиратҡа ҡуймайҙар, йәнәһе лә беҙ торлаҡ сертификаты алырға мохтаж түгелбеҙ, үҙем беренсе төркөм инвалиды, химия һәм нур терапияһы үттем.

Дарья Кудисова, Платондың әсәһе

Был реабилитация үҙәгендә бер көн йәшәү ғаиләгә 6 мең һумға төшә. Логопед, психолог менән эшләү һөҙөмтә бирһен өсөн айына 2-3 аҙна массаж алырға кәрәк.

Әлеге сабыйҙы тулыһынса аяҡҡа баҫтырыу хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Табиптар малай белгестәр ярҙамын даими рәүештә алһа, тиҫтерҙәрен ҡыуып етә аласаҡ, тип ышандыра. Кудисовтар мәрхәмәтле, изге күңелле кешеләрҙән улдарын реабилитациялауҙа ярҙам итеүҙәрен үтенә. Бының өсөн РАСТИ 100 һүҙен йыйып 7715 һандарын йыйырға. Түләүҙе раҫлау мотлаҡ. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Башбат

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ