Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты эргәһендә бер йыл элек асылған үҙәк социаль йүнәлештә эшләй. Бында мәктәпкәсә йәштәге балаларға ике төркөм булдырылған. Улар ҡыҫҡартылған көн төркөмдәрендә шөғөлләнә.
Төштән һуң, ата-әсәләргә балаларын төрлө түңәрәктәрҙә йөрөтөп, рухи, музыкаль һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеге лә бирелгән. Педагогия университеты студенттары һәм ғалимдары үҙ эшендә алдынғы ысулдар ҡуллана. Баланы үҫтереү үҙәгендә буласаҡ педагогтар үҙҙәренең һөнәри тәжрибәһен арттыра. Театр сәнғәте, ҡул эштәре менән шөғөлләнеү, бәләкәй инсценировкаларҙа ҡатнашыу шулар иҫәбендә. Балалар үҙҙәрен тамашасы алдында ышаныслы тоторға өйрәнә. Үҙҙәренә бикләнгән һәм тиҫтерҙәре менән аралашыуға ауыр барған бәләкәстәргә психологтар һәм логопедтар ярҙамға килә.




