Шатлыҡлы көн

Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһында әкиәт геройҙары ҡатнашлығында тетрлаштырылған тамаша ойошторолдо. Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам М. Аҡмулла ис. БДПУ студенттары ҡатнашлығында үтте. Төрлө сәбәптәр арҡаһында дауаханаға эләккән кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр тамашанан онотолмаҫ тәьҫораттар алды.

Айыу, төлкө, ҡуян, арыҫлан кеүек таныш әкиәт геройҙары янында балалар үҙҙәрен тәбиғи һәм ышаныслы тоя. Физик хәрәкәттәр рөхсәт ителгән бәләкәй пациенттар ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнаша. Ә Әҙилә Фәтҡолова кеүек бер-нисә көн элек операция үткәреүселәргә тамашаны ситтән генә ултырып күҙәтергә тура килгән.

Ҡыҙыма байрам оҡшаны. Уларҙға ошондай байрамдар кәрәк. Ҡыҙым тиҙ хәрәкәттәр яһай алмай, операция эшләнеләр.

Нәйлә Фәтҡолова, Әҙилә Фәтҡолованың әсәһе

Йыр-моңға үрелгән сағыу тамашалар Регина Мөхлисоваға ла оҡшай. Ул был дауаханала ятҡан мәлдәрен ошо арыҫлан менән төшкән фотоһүрәтте ҡарап хәтерләйәсәк. Изге күңелле табиптар, иғтибарлы шәфҡәт туташтары ярҙамы менән ҡыҙ операциянан һуң бик тиҙ аяҡҡа баҫҡан..

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Байрам" уҡытыу һәм фәнни тикшеренеүҙәр үҙәге ағзалары үткәргән тамаша фәһемле һәм иҫтә ҡалырлыҡ.

Үҫмерҙәрҙең яратҡан геройҙары балаларға йәйге каникулда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, ата-әсәһен, олатай-өләсәйҙәрен һә саҡ тыңлап торорға, ярҙамсыл булырға өндәне.

Розалиә Тажетдинова, Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы

Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрамға бағыусылар мул бүләктәр ҙә әҙерләгән. Улар һәр сабыйға тапшырылды. Балалар дауаханаһы пациенттары йәйҙең беренсе көнөн, каникул башланыуын күңелле тамаша менән ҡаршыланы. Бөгөнгө сараның уртаһында йөрөүселәр йәйге ялды нисек һаулыҡҡа зыян итмәй, хәүеф-хәтәрһеҙ үткәрергә кәрәклеге хаҡында күп мәғлүмәт белде. .

Автор: Гүзәл Борханова.