Йәйҙең тәүге көнөндә республиканың бер нисә төбәгендә ҡар яуҙы

Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр ителеүенсә, ҡар яуыуы Дүртөйлө, Салауат, Ишембай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында күҙәтелгән. Синоптиктар фаразы буйынса, бөгөндән 3 июнгә тиклем Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа шарттары көтөлә.

Фото №1 - Йәйҙең тәүге көнөндә республиканың бер нисә төбәгендә ҡар яуҙы

Бөгөн һәм иртәгә республикала урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, көслө ел иҫеүе, төндә 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылы булыуы, ҡырау төшкәндә 2-7 градусҡа тиклем һыуытыуы күҙаллана. Көндөҙ 8-13 градус йылы буласаҡ.

Көндәрҙең йылыныуы алдағы аҙна башында ғына көтөлә. 5 июндә термометрҙар 22-27 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

Автор: Гәлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ