Баш ҡала тамашасыһы башҡорт видео һәм сценарий фестивале эштәре менән танышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Силәбелә өсөнсө йыл рәттән сценарий, актерлыҡ, операторлыҡ, режиссерлыҡ сәнғәте буйынса конкурс ойошторола.
Ижади бәйгенең маҡсаты: башҡорт кинематографияһын үҫтереү, йәш һәләттәрҙе асыу, уларҙың башланғыстарына булышлыҡ итеү, йәмәғәтселектең иғтибарын социаль проблемаларға йәлеп итеү. Быйылғы фестивалдә "Ҡыҫҡа метражлы", "Документаль фильм", "Социаль видеоролик" номинациялары буйынса алтмышҡа яҡын эш ҡаралды. Өфө тамашасыһына баһалама ағзалары иң яҡшы тип тапҡан фильмдарҙы тәҡдим итте.
Сараны "Юлдаш плюс" интернет радиоһы, "Яҡташтар" берлеге, "Йәштәр гвардия"һы ойошторҙо. Осрашыу һуңында ижади эш авторҙарына тамашасы һорауҙарын бирә алды.




