Баймаҡта "Байыҡ" балалар телевизион бейеү конкурсына һайлап алыу туры үтте

Сарала 80-гә яҡын бейеүсе ҡатнашты. Төрлө райондан килгән малай-ҡыҙҙар араһында оло сәхнәгә тәүгә сыҡҡандары ла бар. Һайлап алыу барышы тураһында беҙҙең саәтта уҡығыҙ.

«Байыҡ-2018» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика конкурсына һайлап алыу турында өс йәштән 15 йәшкәсә балалар ҡатнашты. Әйтергә кәрәк,быйыл Байыҡ конкурсына 10 йыл тула,шул уңайҙан барыбыҙҙы ла бик бай йөкмәткеле,матур тамаша көтә.

Балалар күп килгән. Улар араһынан кемделер һайлап алыуы ауыр. Әҙерлек юғары кимәлдә.

Илүзә Ноғоманова, Башҡортостандың халыҡ артисы, жюри ағзаһы

Бөрйән районың Байназар ауылының егет-ҡыҙҙары быйыл да үҙҙәрен һынап ҡарарға килгән.Улар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулап өлгөргән. 2010 йылда балалар араһында үткәрелгән Байыҡ конкурсында улар номинацияға дәғүә итһә, 2012 һәм 2014 йылдарҙа 2- се урын яулай.

Ун йыллыҡ тарихлы «Байыҡ» балалар бәйгеһе - йәш бейеүселәрҙең күбеһе өсөн сәнғәт донъяһына тәүге аҙым.Был конкурс ҡыҙҙар һәм егеттәргә бейеү доньяһына ҙур офоктар асып, яңы дуҫтар табыуға, киләсәктә сәнғәтте яратырға булышлык итә.

Автор: Лилиә Әхмәтҡужина.