Өфөлә ауыр сиргә дусар булған 5 йәшлек малай физик күнекмәләр ярҙамында аяҡҡа баҫҡан. Ауырыуҙы еңеү тарихы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.
Өфөлә йәшәүсе 5 йәшлек Таһир Фәҡетдинов ауыр сирҙе еңеп аяҡҡа баҫты. 2017 йылдың сентябрендә уның һаулығы насарая башлай. Башта ул сатанлай, аҙаҡтаныраҡ ҡултыҡ таяҡтарына ҡала, бер аяғы йыуаная. Табиптар ноябрҙә уға ҡурҡыныс диагноз ҡуя: малайҙа - һирәк осрай торған Пертес ауырыуы. Уның барлыҡҡа килеү сәбәптәре лә билдәһеҙ. Был сир һөҙөмтәһендә малайҙың аяҡ мускулдары атрофия кисерә, быуындарҙы ҡан менән тәъмин итеү боҙола, артабан һөйәктәрендә микроз процесы башлана, хәрәкәт функцияһы боҙола, скалиоз өҫтәлә.
Табиптар балаға 2-5 йыл тирәһе ятырға, хәрәкәтләнмәҫкә кәңәш итә. Әсәһе Таһирҙы Өфөләге Ҡыуатов үҙәгенә алып килә. Бында ул үҙе лә умыртҡа һөйәге бүҫеренән уңышлы дауаланған була. Үҙәк белгестәре пациенттың хәле менән яҡшылап танышҡандан һуң әүҙем рәүештә уны аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотона. Уларҙың фекеренсә, бындай сирҙе тик дауалау-физкультура комплексы, массаж, йөҙөү һәм хәрәкәтләнеү ярҙамында ғына еңеп була.
2017 йылдың ноябрендә башланған дауаланыу әлеге көндә үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе: иң тәүҙә уның сатанлауы бөтә. Хәҙер Таһир бер ниндәй сикләүһеҙ хәрәкәт итә, үҙ аяҡтында йөрөй, тулы тормош менән йәшәй. Табиптар белдереүенсә, Таһирға артабан да тулы ҡанлы йәшәү өсөн даими физик күнекмәләр эшләргә, массажға йөрөргә, йөҙөргә кәрәк буласаҡ.




