Өфө янындағы "Васильки" баҡсасылыҡ ширҡәтендә электр уты өҙөлгән. Баҡсала күптәр йыл әйләнәһенә йәшәй. Линия 450 мең һумлыҡ бурыс өсөн эшентуҡтата. Урындағы халыҡ мейес яғып, шәм яҡтыһында йәшәргә мәжбүр.
Ярай әле мейестә ут бар. Уның ҡарауы, дүртенсе көн электр уты юҡ, тышта һыуыҡ. Өфө эргәһендәге "Васильки" баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүселәр өсөн йәй башы һынауҙар менән башланған. Шәм яҡтыһында тормош көтөү Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәймә Ислам ҡыҙына яҡшы таныш, ә бына 92 йәшендә бындай шарттарҙа көн итеү ауырға төшә.
Электр уты хәҙерге заманда йәшәү сығанағы кеүек. Ул өҙөлһә - тормош туҡтай. Һыуытҡыстар ирей, өйҙә ремонт эштәре тына.
"Васильки" баҡсасылыҡ ширҡәтендәге һәр йортта ошондай күренеш. Бында йыл әйләнәһенә лә йәшәйҙәр, күптәре бала менән. Ширҡәттә 150 тирәһе өй иҫәпләнә. Асыҡланыуынса, электр уты 450 мең һум бурыс өсөн өҙөлгән.
Баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе әйтеүенсә, ул үҙе лә электр өсөн түләй алмай, сөнки эш хаҡы ваҡытында бирелмәй.
Баҡсаларҙы энергия менән тәьмин итеү ойошмаһы менән дөйөм коллектив килешеүе төҙөлгән. Шуға ла берәүҙәрҙең бурысы өсөн икенселәргә яуап бирергә тура килә.Ҡара эттең бәләһе аҡ эткә булмаһын өсөн һәр йорттан айырым килешеү төҙөгәндә яҡшы булыр ине ти, улар.
Ярты миллионға яҡын аҡсаны баҡсала йәшәүселәр ҡайҙан алырға белмәй. Ҡайһы бер йәш ғаиләләр унда ҡалала фатир алыу мөмкинлеге булмағанға күскән. Әммә баҡсала ла аҡса кәрәк, юҡ икән - тәүтормош кимәле.




