Ваҡиға Благовещен ҡалаһының үҙәк урамында йәшәгән Моратовтар ихатаһында теркәлә. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә ике балалы ғаилә хәүеф аҫтында ҡала. Соҡорҙоң киңлеге лә, тәрәнлеге лә алты метр тирәһе. Шаһиттар әйтеүенсә, һанаулы минуттар эсендә барлыҡҡа килгән бушлыҡты күммәйенсә, ул тәрәнәйеүен дауам иткән.
Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында махсус техника эшләй, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләре бөтөрөлә. Белгестәр соҡорҙоң барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡлай.
Кисә генә шат балалар тауышынан гөр килгән ихата бөгөн ошондай хәлдә. Ер ишелеүҙән йорттоң соланы, ҡоймалар һалынып төшкән. Тәрән соҡор Оксана ханымдың күҙ алдында көпә-көндөҙ барлыҡҡа килә, ике бала әсәһе балаларын, документтарын алып, урамға йүгерә.
Бер сәғәт эсендә барлыҡҡа килгән соҡорҙоң тәрәнлеге алты метрға барып етә. Шаһиттар әйтеүенсә, әгәр ҙә тиҙ арала ҡом тултырылмаһа, ваҡиғанан йәш ғаиләнең йорто зыян күрер ине.
Асыҡланыуынса, ҡаланың тарихи үҙәгендә ер ишелеү осрағы беренсегә генә күҙәтелмәй. Белгестәр тикшереүе үткәрмәйенсә, йорт һатып алыусылар өсөн был яңылыҡ булһа, Моратовтарҙың күршеһе ихаталарындағы соҡорҙоң тәрәнәйеүенә йыл да шаһит.
Александр Мыльников хәтерләүенсә, бала сағында баҡсаның әле бер, әле икенсе осонда соҡорҙар барлыҡҡа килә. Ғәҙәттән тыш сәбәбен бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай.
Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында махсус техника эшләй, соҡорҙо күмер өсөн генә 40 мең һумлыҡ тиҫтәләп камаз йөгө талап ителгән.
Бәләкәй балалар тәрбиәләгән ғаилә ихатаһындаҡы күренеш менән урындағы хоҡуҡ һағындағылар ҙа ҡыҙыҡһына. Улар ваҡиға урынында экспертиза үткәреү яҡлы, сөнки кем белә ихатала ер бөгөн булмаһа, иртәгә ишелеүе ихтимал.




