Өфөлә тәүге тапҡыр ойошторолған халыҡ-ара экологик фестиваль үтте. Был форумдың төп маҡсаты кешелектең иғтибарын тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларына йүнәлтеү. Сөнки тәбиғәт кешелектең яҡлауына мохтаж. Беҙҙең йәмғиәттә экологик тәрбиә кәрәкме, ул нисә йәштән башланырға тейеш.
"Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән үҫемлектәр, ҡоштар, йәнлектәр. Ауырғазы районы форумға үҙенсәлекле күргәҙмә алып килгән. Бында һирәк осрай торғандарын да, юғалған төрҙәрҙе лә күрергә мөмкин. Уларҙы уҡыусылар үҙ ҡулдары менән көнкүреш ҡалдыҡтарынан эшләгән. Педагогтар әйтеүенсә, бер яҡтан экологик белем бирелә, икенсенән, ижади фекерләү ҡеүәһе үҫтерелә.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы экологик белем биреү ҙә заман технологияларын ҡуллана. Был өс үлсәмле ҡоролма ярҙамында үҫемлектәрҙең, йәнлектәрҙең эске донъяһын, унда барған үҙгәрештәрҙе күҙәтергә мөмкин. Боронғо биналарҙы тергеҙеп ҡарау мөмкинлеге лә бар.
Тәүге тапҡыр ойошторолған экологик фестивалдә балаларға тәрбиә, белем биреү мәсьәләһенә айырым иғтибар бирелеүе осраҡлы түгел. Ойоштороусылар әйтеүенсә, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт бәләкәй саҡтан һалынырға тейеш. Улар беҙҙең киләсәгебеҙ. Форумда күтәрелгән проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары донъя кимәлендәге ҡанундар нигеҙенә ятыр тип көтөлә.
Экология менән бәйле проблемалар күп, һыуҙы, һауаны, урманды һаҡлау, көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙе яйға һалыу һәм башҡалар. Урмансылар әйтеүенсә, был эштә теоретик белем генә етмәй, практика кәрәк. Кешеләрҙе ағас ултыртыуға, урмандарҙы тәрбиәләүгә, таҙартыуға йәлеп итергә кәрәк. Сөнки үҙ хеҙмәтеңдең емеше ҡәҙерле лә, яҡын да була.
Фестиваль сиктәрендә фекер алышыуҙан тыш, оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтелде, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса уңышлы эш алымдары өйрәнелде. Ойоштороусылар фекеренсә, был сара киләсәктә матур йолға әйләнер тип көтөлә.
Тирә-яҡ мөхит йәшел ҡалҡан ғына түгел, ул беҙҙең һулар һауа, эсәр һыу, йәғни бар тереклек донъяһы. Беҙҙе һыйындырыусы ла, туйындырыусыла тәбиғәт бөгөн үҙе беҙҙең яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Юғиһә, күп кенә үҫемлек-йәнлектәрҙең юҡҡа сығыуы ихтимал, тарпан һымаҡ. Ҡырайғай аттар бөгөн тәбиғәттә бөтөнләй осрамай.




