Бөгөн сәсеү эштәре тамамланыуға арналған яҙ байрамы Хәйбулла районында ла үтте. Йылдағыса, борондан килгән йолаға тоғро ҡалып, бураҙналарға орлоҡ төшкәс, бергәләп күңелле ял итеү маҡсатында райондаштар "Уңыш" стадионы яланына йыйылды
Ялан батырҙары, сәсеү алдынғылары һабантуй әләмен тантаналы күтәргәс, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары, ойошмалар, учреждениелар коллективтары, ауыл биләмәләре вәкилдәренең парады үтте. Һәр ваҡыттағыса, үҙ эштәренең оҫталарына Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырылды.
Быйыл районда сәсеү эштәре 80 меңдән ашыу гектар ерҙә башҡарылған. Шуларҙың 1 мең 128 гектарын «Власенко» хужалығы механизаторы Рәүеф Бикбов сәскән. Ул быйыл Сәсеү батыры исеменә лайыҡ булды. Рәсми өлөштән һуң һабантуй ғәҙәттәгесә, йыр-моң, уйын-көлкө менән дауам итте.
Батырҙарҙың төп алышы көрәш майҙанында барҙы. Берәүҙәр, иркенләп концерт ҡарарға тип, сәхнә алдында урын алһа, икенселәр спорт ярыштарында көс һынашты. Майҙандың икенсе өлөшөндә яңы техника күргәҙмәһе һәм тирмәләр урын алды. Һәр ауыл биләмәһе сәмләнеп үҙ тирмәһен яҡшыраҡ итеп биҙәргә тырышҡан.




