Яңы юл билдәһе

Рәсәйҙә 17 июлгә тиклем, 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатына хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү сиктәрендә, "Автобустар хәрәкәте тыйылған" тигән яңы юл билдәһе индерелде.

Билдә уртаһына автобус төшөрөлгән тыйыусы билдә форматындағы түңәрәк. Ул муниципаль, муниципаль-ара һәм төбәк- ара даими рейстар башҡарған пассажир автобустарына ҡағыла. Тәьҫир итеү зонаһы - ҡуйылған урындан алып яҡындағы юл сатына, ә билдә тирәһендә юл саты булмаған тораҡ пункттарҙа - тораҡ пункттың аҙағына тиклемге арауыҡты күҙ уңында тота.

Рәсәйҙең Транспорт министрлығы апрель аҙағында Мәскәүгә, Ҡазанға, Һамарға, Санкт-Петербургка, Дондағы Ростовҡа, Түбәнге Новгородҡа һәм Сочиға автобустар индереүҙе өлөшләтә тыйыу тураһында иғлан иткәйне. Был саралар 17 июлгә тиклем ғәмәлдә ҡала. Шулай уҡ 30 июнгә ҡәҙәр Волгоград, Екатеринбург, Калининград һәм Саранск ҡалаларына автобустар индереү өлөшләтә тыйыла.